

– Йәмиләһен беләм инде, беренсе ҡатыны. Бына Мәҙинәһе кем икән инде, – тип өйҙә үҙ эштәре менән йөрөгән улынан һораны.
– Йәмилә апай күптән юҡ бит инде, донъя ҡуйғанына ла байтаҡ. Мәҙинәһен белмәйем, әсәй, әйтә алмайым, – тине.
–Атайҙын оло ҡыҙы Динә апай түгел микән, – тип өҫтәне ҡыҙы Лариса.
Шул һүҙҙән һун ҡатын уйға ҡалды. Бер аҙҙан:
– Балалар, ул Динә апағыҙҙы алып килегеҙ әле. Атаһы менән хушлашһын, – тине.
Был ваҡытта Динә баҡсаһында түтәл утап йөрөй ине. Килеүселәр үҙ йомоштарын әйткәс, оҙак торманы, тиҙ генә өҫ-башын алыштырып, машинаға сығып ултырҙы.
Сирленен хәле бик ауыр ине. Динә эске бүлмәгә үтеп, унын янына ултырҙы.
– Минен һинә әҙ генә лә үпкәм юҡ, атай. Бәхилләйем. Булаһы булған, оҙаҡ ваҡыттар үткән, – тине ул.
Әйтерһен дә ошо һүҙҙәрҙе көтөп ятҡан, Мирсәлих күҙҙәрен асты, янында ултырыусы кешегә тултырып ҡараны. Башта танымайсараҡ торҙо, унан танып:
– Ҡызым, Мәҙинәм, барыһы өсөн дә кисер мине. Һине үҙем үҫтерә алманым бит. Алдында ғәйебем ҙур. Асыуланма минә, бәхиллегенде бир, – тине. Динәнен башында төрлө уйҙар ҡайнаны. Береһе: – нимә, иҫенә төштөмме? Тәүбәнә килденме? Боғаҙына әжәл килеп йәбешкәс, мин кәрәктемме?– тиһә, икенсеһе – кисер һин уны. Ауыр һүҙ әйтә күрмә, тине.
Унан:
– Атай, мин һинә асыуланмайым. Мин бит балалар йортонда тилмермәнем. Ҡартатай менән әсәй кешенән кәм-хур итеп үҫтермәне. Был яҡтан тыныс бул, бәхилмен. Терелергә тырыш, балаларын, ейәндәрен менән оҙон-оҙаҡ йәшә, – тине.
Йорттан сыҡҡас ҡына күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ҡайтҡас та мендәренә ҡапланып, күнел бушағансы иланы. Ярай ире, балалары өйҙә булманы. Унан тынысланып, үҙ мәшәҡәттәренә сумды.
Йәмилә менән Мирсәлих йәштән үк дуҫ булып, бер-береһен яратышып ҡауышҡандар ине. Заманына күрә, туйҙы ла бик матур яһанылар. Бер аҙна егет, бер аҙна ҡыҙ яғында ҡунаҡ булдылар. Ата-әсәһе ауыл муллаһы Ғәбиҙулла абзыйҙы алып килеп, никах та уҡытты. Берҙән-бер ҡыҙҙары Йәмилә кеше араһында кәмһенмәһен тип, бирнә-һандыҡты ла мулдан әҙерләнеләр.
Фатима менән Ғәлинур бер генә бала – ҡыҙҙары Йәмиләне генә үҫтерә алдылар. Һуғыш башланыр алдынан ғына донъяға килгән сабый иҫән-һау үҫте. Алты йылға яҡын армия хеҙмәтендә йөрөгән Ғәлинур ҡанлы һуғыш юлдарын үтеп, туған ауылына ҡайтты. Һалҡын ҡыштар, көндәр-төндәр буйы окоп соҡоронда ятыуҙар эҙһеҙ үтмәне, ғаиләлә башҡаса йәш бала тауышы ишетелмәне.
–Хоҙай бирмәне, – тинеләр улар. Тыныс ҡына, матур ғына, булғандын ҡәҙерен белеп йәшәнеләр. Ҡыҙҙарынын туйҙарына ла икәүләшеп әҙерләнделәр, хөрмәтләп ҡунаҡ һыйланылар. Йәмиләләренен үҙ тиненә тормошҡа сығыуы уларҙы бәхетле итте.
Ҡыҙҙарынын бәбәй көтөүе тағын да бер шатлыҡҡа әүерелде. Фатима апай тыуаһы ейәненә йомшаҡ мамыҡ юрғандар һырҙы. Берһе өйҙә ябып йөрөргә, икенсеһе – урамға, ҡунаҡҡа барғанда бәбәйҙе төрөргә булыр, тип әйтеп тә ҡуйҙы. Һунғараҡ юрған янына йомшаҡ йылы ойоҡбаштар, башлыҡтлар, арҡа йылылары ла өҫтәлде.
Тик көтмәгәндә әллә нимә булды. Фатима апай сирләп урынға йығылды. Унын янына Йәмилә килеп етте. Әсәһен бер генә минутҡа ла ташламаны ул. Тик хәлдәр генә ынғай яҡҡа үҙгәрмәне. Ауылдағы фельдшер укол ҡаҙап йөрөнө. Тик файҙаһы ғына булманы. Сирләп йығылғанына биш ай тигәндә ул баҡыйлыҡҡа күсте. Ире янына ҡайтырға ашыҡманы Йәмилә. Башта атаһын ҡалдырып китеп булмай, тине. Һунғарак тегеһе лә ҡайт, тип әйтмәй башланы.
Шулай ҙа ҡатынын дауаханаға үҙе илтте. Ҡыҙы Мәҙинәне лә, Фатима апай әҙерләп ҡуйған юрғанына төрөп, үҙе алып ҡайтты. Йәмилә башта уҡ атай янына ҡайтабыҙ, тине. Ире уға ҡаршы килмәне. Икенсе көндө үҙҙәренә никах уҡыған Ғәбиҙулла абзыйҙан ҡыҙына исем ҡуштырҙы. Сабый – Мәҙинә атлы булды.
Башҡаса Мирсәлих был өйгә килмәне, балаһын да ҡулына алманы. Ғәлинур абзый ейәнсәренә исем яҙҙырырға ауыл Советына барғас, Динә, тип яҙҙырып ҡайтты. Атаһы ҡыҙын Мәҙинә тип йөрөтһә, өйҙәгеләргә ул Динә булды.
Ауыр йылдар ине. Йәше-ҡарты колхоз эшендә булды. Йәмилә лә Мирсәлихты эҙләп, артынан йөрөмәне. Бала законлы никахта тыумағас, алиментҡа ла биреп булманы. Ул йылдарҙа күптәр никахтарҙы бик тиҙ рәсмиләштереп бармай ине. Аҙналар буйы туйҙар үткәреп, никах уҡытылһа ла, рәсми никах таныҡлығы беренсе сабыйҙары тыуғас, уларға тыуыу тураһында таныҡлык алғанда ғына тултырыла ине. Кешеләр ул ваҡытта бер-береһенә иғтибарлы, ышаныусан булғандыр.
Ғәлинур абзый ейәнсәренә һәм ҡыҙына терәк булды. Ул иҫән сағында балалары бер нигә лә интекмәне. Ҡатыны үлгәндә ярайһы ғына йәштә ҡалһа ла, ул башҡаса өйгә хужабикә индермәне. Ауыр булһа ла, һуғышта алған яралары һәр ваҡыт һиҙҙергеләп торһа ла, сер бирмәне.
Ә Мирсәлих егеттәр исемлегенә инде. Күрше ауылға ҡыҙҙар күҙләргә йөрөнө. Динәгә бер йәш тә тулманы, ҡабат өйгә килен төштө. Быныһын да шулай ҡабул иттеләр, аҙналар буйы туйланылар.
Был ваҡытта Йәмиләгә бик ауыр ине. Ул өйҙән сығырға ла оялып йөрөнө. Ә колхозда эш етерлек, һауылмаған һыйыр һине көтөп тормай. Бригадир ҙа, башҡа кеше булмағандай, килә лә етә.
Динәнен бала сағы бәхетле булды. Ҡартатаһынын, әсәһенен яратыуы уға етерлек тейҙе.
Ҡыҙға ун ике йәштәр тирәһе ине. Юғары оста йәшәүсе Мирсәлих абзый унын атаһы икәнен әйттеләр. Ныҡ рәнйегән ине Йәмилә шул оло телгә. Динә:
– Нинә атай минеке түгел. Лариса менән Наилгә булған?– тип холоҡһоҙланды. Уны тынысландырғансы хәтһеҙ ваҡыт үтте.
Ул үҫте, мәктәпте тамамланы, уҡытыусы һөнәренә эйе булды. Тормошҡа сыҡты, үҙенен дә тулы ғаиләһе бар. Ҡартатаһы быларҙын барыһын да күрҙе тиерлек, хатта ейәнсәре никахында ла түр башында ултырҙы. Никах уҡырға ризалығын бирҙе. Беренсе ейәнсәрен дә ҡулына алып һөйөргә өлгөрҙө. Шулай ҙа һикһәнгә етә алманы. Ә бына атаһы иртәрәк китте. Тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ғына ине, хат ташыусы уға бары һигеҙ ай пенсияһын килтерҙе. Унан сирләп йығылды ла, башҡаса торманы. Йөрәк, тинеләр табиптар.
– Ин кәрәк ваҡытта ташлап киттен, – тип иланы Динә.
Был көндәрҙән һун инде күпме ваҡыт үтте, һыуҙар аҡты. Барыбер ин яҡын, ин ҡәҙерле кешеләре һәр ваҡыт янында, ярҙам итеп торалар төҫлө тойола.
Тыумаҡтан ҡалмаған бәндә балаһы үлмәктән ҡалмай инде ул. Был – тәбиғәт ҡануны. Әжәл һорамайынса килә лә, ҡаршына баҫа. Ерҙә ҡылған гөнаһтарынды барлау өсөн ваҡыт бирә, яфалай, әрнештерә, үкендерә.
Иртәнге осрашыу Динәнен күнелендә ауыр хәтирәләр ҡалдырҙы. Әсәһенен дә йөрәге уны уйлап бөткән икән, рәхәтләнеп йәшәргә, әбей булып ҡартайырға ла өлгөрмәне, тип уйланы ул. Эйе, әсәһе ҡартайырға ла өлгөрә алмай ҡалды. Шундай йыйнаҡ кәүҙәле, сәстәре оҙон, ҡап-ҡара ине, икегә тарап, үреп төшөрөр ине ул уларҙы, тештәре лә урынында, ап-ак килеш китте.
Иртәнге яҡта ире эшкә киткәс, балалары мәктәптә, лагерҙа саҡта күршеһе Мәликә апай килеп инде.
– Теге остағы Мирсәлих абзый үлгән икән, бөгөн ҡуялар, – тип яны хәбәр һалды.
–Урыны ожмахта булһын. Бигрәк әйбәт кеше ине, – тине Динә.
Был һүҙҙәрҙе ишетергә уйламаған Мәликә апай аптырап ҡалды, нимәлер әйтергә тип, ауыҙын асты. Унын беренсе һүҙҙәре сыҡҡансы Динә теҙеп ките:
– Беләм. Минен атай ул. Әсәй унын тураһында бер ваҡытта ла насар һүҙ һөйләмәне. Тимәк, ул ин әйбәт кеше булған. Үлгән кеше тураһында насар һүҙ һөйләмәйҙәр. Уға бер генә үпкәм дә юҡ. Барлыҡ хаталары өсөн үҙе Хоҙай алдында яуап бирер.
Фәнғиә НИЗАЕВА.