

Бала-саға менән мәж килгән Мәрйәм дә ишетте был хәбәрҙе. Ни эшләп унын Ғарифы көтөүҙе таратты икән? Әллә ярҙам кәрәк микән? Нимә булды икән, тип ҡайғырып ҡалды. Балаларын күршеһе Мәстүрә әбей ҡарамағына ҡалдырҙы ла үҙе яланға ире янына ашыҡты.
Ауылдан сыҡҡанда, үҙ аяҡтарына үҙе абынғандай булып, йүгерҙе лә йүгерҙе ул. Ашығыбыраҡ барған һайын, хәле бөттө, тыны ҡыҫылды. Барған һайын ара йыраҡлаша кеүек тойолдо уға. Ана, көтөүлек тә күренде, малдар ҙа ҡайһыһы ҡайҙа таралышҡан. Берәүҙәре иген үҫкљн баҫыуға ла төшөргә өлгөргән инде. Ҡатын, яйлап ҡына, малдарын туплай, берләштерә башланы. Үҙенен күҙҙәре һаман Ғарифты эҙләне. Тик тегенеһе генә бер ерҙә лә күренмәне. Әйтерһен дә, төкөрәйем әле донъяһына, тигән дә барыһына ҡул һелтәп ҡайҙалыр китеп барған. Ҡалған малдарын да йыйыштырып бөттө ҡатын, ире һаман юҡ та юҡ. Һалып ҡына ҡалдырған кейеме лә шунда, һыуһаһам эсәргә булыр, тип алған сәйе лә эселмәгән, сыбыртҡыһы ла ҡалған. Бына килеп сығар, китһә килеп етер, тип көттө лә көттө уны Мәрйәм. Инде ваҡыт та кискә ауышты, ире күренмәне. Көтөү ҡайтыр ваҡыт еткәс, малдарҙы ауылға табан ҡыуҙы. Һыйыр һауып, ҡош-ҡорттарҙы йыйып алды. Ир ҡайтманы. Тамам аптыраған ҡатын, күршеһе Хәмиткә кәнәшкә инде. Тегенеһе, ныҡлап ҡаранғы төшкәнсе, әҙерәк шул тирәне ҡараштырып ҡайтайыҡ, тип сығып китте. Уға Ғарифтын Аҡтырнағы ла эйәрҙе. Көтөү көтөргә Ғариф этен эйәртмәгән ине, малдарҙы ҡурҡыта, һарыҡтарҙы бөтөнләй яратмай, тип бәйгә ултыртҡан ине. Иркенгә сыҡҡан эт, күршеһен әллә ҡайҙа ҡалдырып сапты ла сапты. Уны күҙҙән ысҡындырмаҫға тырышты Хәмит, тик өлгөрә алманы. Ҡысҡырып та, саҡырып та ҡараны, башта хужаһы, һунынан эте юғалды, тип уйларға өлгөрмәне, йыраҡ түгел таллыҡ янында эт шыншыуы ишетелде. Шул мәл Хәмит тә, ҡыуаҡтар араһынан һыу эсендә ятҡан кәүҙәне шәйлљп алды. Баҫҡан урынында ҡатты ла ҡалды ул. Үҙенен дә кәүҙәһе кинәт кенә ауырайып ҡалды, ҡул-аяҡтарына берәр ботло гер аҫҡан кеүек тойолдо. Улар тынламаны. Хужаһына бер нисек тә ярҙам итә алмаған Аҡтырнаҡ та көсһөҙ ине был минуттарҙа.
Аптырашта ҡалған Хәмит нимә эшләргә лә белмәне. Ауылға ҡайтайыммы, кеше саҡырайыммы, башта милицияға хәбәр итәйемме, әллә Ғарифты һыуҙан тартып сығарырғамы икән, тигән мен төрлө һорау ҡайнаны башында. Шунан бер ҡарарға килеп, ауылдаштарын һәм милиция саҡыртырға булды.
Иртән ауылда Ғариф үлгән икән, тигән хәбәр таралды. Был хәбәр янында икенселәре юғалып уҡ ҡалды.
Кистән көтөүҙән юғары ос Сабир ағайҙын ҡышлау үгеҙе лә ҡайтмай ҡалды. Ауылға килгән оло ҡайғынан хайуанҡайҙы хужаќы ла ныҡлап эҙләмәне. Йњрњр, йњрњр ҙә үҙе ҡайтып инер әле, тип уйланы. Шунан ҡарсығы ла үгеҙ малы шундай инде ул, аҙғын тип өҫтәне.
Район үҙәгенән килгән тикшереүселәр ҙә, Ғарифтын эшен тиҙ тоттолар. Һыуға үҙе ингән, аяғы тайып китеп, муйын һөйәген һындырған, тын юлдарына һыу тулған, тип эште бик ҙурға ебәрмәнеләр.
Нишләп ул һыуға төшһњө дә, нишләп ул малдарын ҡалдырһын, тип Мәрйәм ҡаршы төшөп ҡараған ине лә… Ирен менән бергә көтөүгә сығалар уны, нинә үҙен генә ебәрҙен? Рәхәтләнеп йоҡлап яттынмы, тинеләр. Йоҡлауын йоҡламаған ине лә ул. Иремде үлтерҙеләр, ныҡлап тикшермәнеләр, Сабир ағайҙын үгеҙе лә шул көтөүҙән юғалды, тип дөрөҫлөк эҙләп тә ҡараны. Икенсе көндө үк сельсовет Ғата:
–Килен, балаларынды бөтөнләй йәтим итәһеџ киләме, – тип килеп тә етте. – Бында мафия эш итә, беҙ түгел, бер теленде тыймаһан үҙенден дә, балаларындын да башына етерһен. Ирен дә ана, бер үгеҙгә йәнен алыштырған. Хәҙер ирен дә юҡ. Үгеҙ ҙә юҡ.
Был «яҡшы» кәнәштәрҙе ишеткәс, ҡатын һүҙһеҙ ҡалды. Бына ни өсөн иренен башына еткәндәр икән, шул Сабир ағайҙын үгеҙе өсөн һәләк булған күрәһен Ғариф.
Кемдәр үгеҙ һорап килде икән Ғариф янына, тип йыш уйланыр булды Мәрйәм. Ауылдаштарын да бер-бер артлы күҙ алдынан үткәреп ҡараны. Юҡ, үҙҙәре йәшәгән ауылда әҙәм үлтереп, мал һуярҙай кешене тапманы. Бәлки, бүлешерҙәр, булмаһа һорарҙар, ә был хәтлемгә етмәҫтәр ине.
Мәрйәмден уйҙарынын осо ла, ҡырыйы ла күренмәне. Бер мәлде келт итеп кенә иҫенә күрше ауылда йәшәүсе Миҙхәт исемле бер абзый килеп тњштә. Ауылдаштары унан ҡурҡа, ҡомһоҙ, эсендә йәне юҡ, тип һөйләй. Асыуы килгән кешенән үсен алмайынса ҡалмай, халыҡтын малын да көпә-көндөҙ урлап һуя, тиҙәр.
… Иртә тан менән көтөүен яйлап ҡына ашата-ашата ауылдан йырағайҙы Ғариф. Ашығыр ере юҡ, малдар тамаҡтары туҡ булғанда бик аҙманы. Туплауға төшәһе, һыу эсерәһе булыр малҡайҙарға, тип пландар ҡороп килде ул. Бер мәл туҙан туҙҙырып ниндәйҙер машина килеп сыҡты, ике ир уҙаман төштө. Улар малдарҙы ҡурҡытып көтөү уртаһынан боро……….
–Әллә берәй малығыҙ юғалдымы?– тип һораны Ғариф.
–Беҙгә бынауы үгеҙҙе бир, – тип әйтеп һалды ҙур кәүҙәлеһе.
– Бирә алмайым, ағай-эне, минеке түгел шул, – тип яуап бирҙе көтөүсе.
Шул саҡ тегеләрҙен береһе артҡы яҡтан килеп Ғарифтын башын борҙо, муйын һөйәге шартлап һынды, йән бирергә лә өлгөрмәгән кәүҙәне илтеп һыуға ташланылар. Һунынан үҙҙәренә оҡшаған үгеҙҙе эләктереп, ситкәрәк, ҡыуаҡ араһына һөйрәнеләр.
Күп тапҡырҙар бер эште башҡарған ҡулдар бик оҫтарғандар ине шул. һынаулы ғына минуттар эсендә тире лә туналды, ит тә дүрт өлөшкә бүленеп машинаға урынлаштырылды. Миҙхәттен тағы бер һарыҡ та эләктерәһе килгән ине лә, тик юлдашынын, ваҡыт юҡ, тигән һүҙен ишеткәс кенә тынысланды.
Яҡындары Ғарифтын үлеменән һун әсе йәш түкһә, Миҙхәт ҡат-ҡат үгеҙ һатып кергән аҡсаларын һананы. Унын татлы хыялдарынын да тормошҡа ашыуына һынаулы ғына көндәр ҡалды. Хәҙер йылдар буйы кеше талап, үлтереп йыйған аҡсалары үҙенә оҡшаған машина алырға етәсәк. Бараһы ла, алаһы ғына ҡалды. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тигәндәй ҡылған мутлыҡтарынан бик риза ине ул.
Тик алда Хоҙай Тәғәләнен ни күрһәтәсәген, ҡылған ғәмәлдәре өсөн нисек яуап бирәсәген белмәй ине әле ул.
... Кеше ҡанына буялған машинаһында ҡаланан балаларын ултыртып ҡайтҡанда ул ҡаршы яҡтан килгән йөк машинаһы аҫтына барып инер. Улы, килене, ике ейәне шунда уҡ һәләк булыр. Үҙенен муйын һөйәге, ҡул-аяҡтары һынып дауаханаға барып инер, ғүмерлек ғәрип булып ҡалыр. Яҡындарын юғалтыу єайғыһы һәр ваҡыт янырып, ҡайнар күҙ йәштәрен түктерер, сабыйҙарынын үлеме менән унын нәҫеле ҡорор, юҡҡа сығыр. Элекке ҡазраил Миҙхәттән бер көсһөҙ, хәлһеҙ, үҙен-үҙе лә йөрөтә алмаған ғәрип кенә ҡалыр. Ул ауылдаштарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алмаҫ, ярҙам ҡулы һуҙмаҫ, йортон да урап үтерҙәр...
Был көн килер, бөгөн түгел, иртәгә лә килмәҫ әле. Бер аҙ һунғараҡ... әммә мотлаҡ килер.
Фәнғиә НИЗАЕВА.