+30 °С
Облачно
Общие статьи
29 Сентября 2023, 10:33

Күнел матур булмағас

Күнел матур булмағас Ҡырыҡ берҙен март башында Хатмулла менән Сәлихә кесе улдары Шәфҡәтте башлы-күҙле иттелђр. Иркен өйгә килен төштө. Ҙур улдары Шәриф менән Зәлиф күптән өйләнеп, үҙ ғаиләләре менән йәшәйҙәр. Төп йортҡа ҡунаҡҡа ғына килеп китәләр. Ҙур, күмәк көс кәрәк булғанда бергәләшеп килеп булышалар. Килендәре Сажиҙә менән Сәмиғә  ҡәйнәләренен ҡулына эш тейҙермәнеләр. Туй табынын  да икеһе әҙерләнеләр. Ҡамыр аштары айырыуса унды. Сәк-сәктәре, тәбикмәктәре ауыҙҙа эреп торорлоҡ булды. Алма, балан,  еләк бәлештәре тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Ҡалас-күмәстәр матур булып күтәрелде. Һурпа-бәлештәре теленде йоторлоҡ булды.

Күнел матур булмағасКүнел матур булмағас
Күнел матур булмағас

 

Биш көн буйы гөрләне Хәтмулла өйө. Сәлихәнен бал балын тәмләмәгән кеше ҡалманы ауылда. Табын буйлап ике ҡырлы һауыт йөрөп кенә торҙо. Ҡурай, тальян тауыштары ауылды гөрләтте.

–Баҫыу эштәре башланғансы бик әйбәт булды әле, – тип ҡәнәғәт  ҡалдылар хужалар. 

Шатлыҡлы хәлдәр менән яҙҙын үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Унан хужалыҡ эштәре башланып китте. Яҙғы дым кибеп өлгөргәнсе орлоҡтарҙы ергә күмделәр. Урып-йыйыуға ҡәҙәр малдарға аҙыҡ әҙерләүгә тотонорҙар. Уға ҡәҙәр хужалыҡта юл эштәре башлады. Йәше-ҡарты эштә булды. Йәйҙен беренсе айы айырыуса эшкә бай булды. Шатлыҡлы көндәр оҙаҡҡа китмәне, илгә ҡайғы килде. Һуғыш сыҡты. Өс көн эсендә ауыл бушап ҡалды. Әзмәүерҙәй егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә алып киттеләр. Ауылдан ин беренсе булып, Хәтмулла абзыйҙын ике ҙур улын, үҙен алдылар. Шәфҡәтенә элегә саҡырыу килмәне. Көнө-төнө эштә булды. Шофер булғас, хужалыҡ келәттәренән район үҙәгенә иген ташыны. Унан яны уныш игенен дә шунда илтте. Йөкләр ташылып бөткәс, уға ла саҡырыу килде. Сәлихә апай бөгәрләнеп төштө. Һунғы өмөтө өҙөлгән кеүек булды.

–Әсәй, бөтөнләй бөтөрөнмә әле, – тине улы. – Ғүмер бөтмәһә, дүртебеҙ ҙә ҡайтып төшөрбөҙ. Тик һин килененде һаҡла инде. Бәпескә зыян булмаһын. Хоҙай ҡушһа, киләһе яҙға сабый тыуыр. Шулай ҙа, әсәй, донъяныҡын белеп булмай бит. Бәлки, ошо  сабый нәҫел дауамсыһы булыр.

Арыу ғына түнәрәкләнгән  Фирүзәһе, әсәһе, енгәләре , дүрт кесе туғаны оҙатып ҡалды Шәфҡәтте.

 Ҡырыҡ икенен беренсе ике айы халыҡтын кәрәген бирҙе. Урманда бүреләр аҙҙы, юлбаҫарҙар пәйҙә булды. Һуғышҡа барыуҙан ҡасып ятыусылар менән урман тулды. Улар кейем-аҙыҡ эҙләп ауылға килде. Янғыҙ ҡатын-ҡыҙҙы ҡурҡытып, былай ҙа күп булмаған һунғы аҙыҡ-түлекте алып китте. Яҙ башында хәйер һорап йөрөүселәр күбәйҙе Шундайҙарҙын береһе Сәлихәнен тәҙрәһен ҡаҡты.

–Апай, йәнем, ас инде ишегенде,  – тип ялбарҙы иртәнге биштә ишек шаҡыған ҡатын. Өйгә инеп  өлтөрәп торған бишмәтен һалырға ла өлгөрмәне, тиҙрәк сәкегә барып ятты. Ҡатын бәбәйгә сирләгән ине. Шуны ғына көткән тиерһен килене лә ярҙам һорап ҡысҡырҙы. Ике ҡатын араһында йүгергеләп йөрөнө Сәлихә. Электән кендек әбейе булып, ауылдаштарына ярҙам иткәс, аптырап та, ҡаушап та ҡалманы. Сит ҡатын йөгөнән тиҙ ҡотолдо, ҡыҙ бала тапты. Бер сүмес һыу һорап алды ла шуны эсеп бөтөрҙө һәм йоҡлап та китте. Арыуы еткән ине ҡатындын. Баланы ҡоро, йылы сепрәккә төрөп  янына һалды. Балаһы матур, ап-аҡ ине унын. Килененә байтаҡ ҡына интегергә тура килде Сәлихәнен. Йомшаҡ ҡына, көйләп кенә торҙо ул уны. Ауырлыҡ менән донъяға ҡыҙ бала тыуҙы. Тик ул тын алмай ине. Балаһы тыуыуға килене лә анын юғалтты. Нимә эшләргә лә белмәне Сәлихә. Ике ҡатын араһында йүгергеләп йөрөнө лә, унан тәүәкәлләне. Балаларҙы алыштырып ҡуйҙы. Тынһыҙ сабыйҙы юлсы ҡатын янына илтеп һалды.

Төшкә таба килене анына килеп баланы ҡулына алды, унын һөт тулы күкрәген сабый тиҙ эләктерҙе.

Йоҡоһо туйғас, юлсы ҡатын да тороп баҫты. Ике бешкән йоморҡа, бер ҡыйырсыҡ икмәк бирҙе уға Сәлихә. Сабыйҙы иҫке, ҡалын сана шәленә төрөп, юлға сыҡты.

–Өйҙә өс балам бар бит. Быныһы йоҡлаған арала ҡайтып етергә кәрәк. Ике көн ашамағандар. Әҙерәк икмәк булды, – тип юлға сыҡты. Сәлихә унын күрше ауылдан икәнен анлап алды. Ғаиләнен аслыҡтан интеккәнен дә ишетте. Шуны ғына көткән тиерһен, буран сыҡты. Ел ҡоторҙо.

Икеһенә лә эш  етерлек булды уларҙын. Бәләкәй Фаягөл ҡулдан төшмәне. Әле әсәһе, әле әбейһе ҡулда ғына күтәреп йөрөнөләр. Ҡырыҡ көнө тулғас илауҙары бөттө. Тамағы туҡ, аҫты ҡоро булһа, көндәр буйы йоҡланы, көс йыйҙы.

Ҡар һыуҙары китеп, аяҡ аҫтары елләй башлағас, һыуға барған  ерендә Сәлихә яны хәбәр ишетеп ҡайтты. Яҙғы, һунғы буранда күрше ауылдын бер ҡатыны аҙашып, тунып үлгән икән. Шунда бала тапҡан булған. Балаһы ла үлгән. Әле ҡар эрей башлағас сыҡҡандар. Өйөндә өс балаһы булған, улары ла аслыҡтан, һалҡын өйҙә йән биргән. Һуғыштағы иренә лә ошо  көндәрҙә «ҡара ҡағыҙ» килгән икән. Сәлихә ишеткәндәрен ҡойо буйында уҡ ҡалдырып ҡайтты. Килененә һөйләмәне. Балаға сирле Фирүзә өйгә сит кеше инеп бәбәйләгәнен белмәй ҡалған ине. Өсөнсө-дүртенсе ҡыштарҙы Сәлихә өс килене менән үткәрҙе. Биш ейәнен күҙҙән яҙҙырманы. Килендәре эштә булғанда, сабыйҙарҙы ҡарап торҙо. Урман, яландағы ашарҙай үләндәрҙе ҡалдырмайса йыйып киптереп ҡуйҙы. Йүкә сәскәләре, мәтрүшкәләр бәйләм-бәйләм булып сормала эленеп торҙо. Күпләп шалҡан-кишерен сәсте. Бәрәнгене лә ултыртмайса ҡалдырманы. Кистәрен йылғаға ау ҙа һалғыланы. Хәтмуллаһынын алтын ҡулдары үргән ауҙар бик кәрәк булып сыҡты. Ашалып бөтмәгән балыҡтарын ҡар баҙына, ҡар аҫтына ташлай барҙы. Балыҡ ашын барыһы ла яратып ашаны. Туғыҙ йәнгә бер һыйыр ағы ла таманға тура килде. Бирелгән һалымдарын да ҡапларға тырыштылар.

Яу ҡырынан ин беренсе булып Хәтмулла абзый ҡайтып төштө. Ҡартайып, ябығып киткән үҙе. Енеү көнөнә ҡәҙәр хәтһеҙ ваҡыт бар ине әле. Өс өйҙө ҡарап торҙо, улдарын  көттө ул. Малайҙары иҫән-һау ине әлегә. Өсөһө өс яҡта дошман менән һуғыша.

Өйҙә ир заты булғас, барыһынын да күнеле күтәрелеп китте. Олораҡ ейәндәре ҡартаталарынан аталарын һорап яфаланылар.

–Оҙаҡламай ҡайталар. Гитлерҙы ғына тотаһы ҡалды, – тип тынысландырҙы ул..

Фаягөлө генә ятһынып, ҡартатаһына эйәләшә алмай торҙо. Баланы анлап була ине инде. Ауылда аҡһаҡ Фәхрислам абзыйҙан башҡа оло ир заты ҡалмаған ине шул. Эйәләшеп алғас, янынан да китмәне. Өсөнсө йәше менән барған ҡыҙ телгә бик оҫта ине. Хәтмулла абзый балыҡҡа барһа,ҡкҙз унын артынан килеп етте. «Ярамай», тип торһалар ҙа, ул әсәһен дә, нәнәһен дә тынламаны. Бәләкәй генә булһа лә үҙ һүҙле булды.

–Ҡара инде баланы, ҡарсыҡ. Һыуға фәлән төшә күрмәһен, – тиер ине Хәтмулла. Тик Фаягөлдө ҡарап бөтөрөрлөк түгел ине. Күп ваҡыт, урманға барған саҡта Хәтмулла бала йоҡонан уянғансы сығып китә ине.  Сабата үрергә йүкәһе лә күп кәрәк ине шул. Өс ғаиләгә әҙ кәрәкмәне. Бер барғанында абзый ҡырағай ҡорт күсенә тап булды. Ҡайтып урын хәстәрләп, һунынан илде алып ҡайтты. Ике йылдан умарталар дүрт башҡа етте. 

Һуғыш бөттө, тигән хәбәр Хәтмулланын малайҙарына ҡағылманы. Һирәк кенә яҙған хаттарында Украинала бандиттар менән алышҡандарын хәбәр итеп торҙолар.  Оло улы илленсе йылда ҡайтһа, икенсеһе илле берҙә генә ғаиләһен күреү бәхетенә иреште. Шәфҡәт кайтыу тураһында һөйләмәне лә. Һуғыш бөткәс, ун йыл үткәс кенә ҡайтып төштө. Һунғы ваҡытта ата-әсәһе уны күрә алмабыҙ инде тип илаштыра ла башлағандар ине. Ун дүртенсе йәше менән барған Фаягөл атаһын ситтән генә күҙәтеп торҙо, яҡын килмәне. Атаһы унын арҡаһынан һөйөп, манлайынан үбеп алды.

–Ваҡыт үтте, ҡыҙым да минән башҡа үҫеп бөттө, – тине.

–Аллаға шөкөр, иҫән ҡалдыҡ, улым, –тине әсәһе.

–Әсәй, Фаягөл кемгә оҡшаған ул?Анламай торам әле.

–Атандын әсәһенә оҡшап тыуған ҡыҙыбыҙ. Һуйып ҡаплаған бына. Һин тыуғансы вафат булған ине. Күрмәнећ һин уны. Шундай ҡалын ҡара сәсле ине әбейен.

Һүҙгә Хәтмулла ла ҡушылды:

–Башта ҡыҙымды күргәс, мин дә әсәйем ҡайтып ултырған, тип торам. Нәҫел-нәҫелгә, тилсә-тамырға тиҙәр бит.

Икенсе йылды һигеҙҙе бөткән Фаягөл ҡалаға уҡырға китте. Атаһы уны етәкләп үҙе алып барып уҡыу йорто менән таныштырҙы. Имтихандарын биргәнсе янында торҙо. Ҡыҙы педагогия училищеһы уҡыусыһы булғас ҡына, күтәренке күнеле менән ауылына ҡайтып китте.

Һуғыш эҙһеҙ үтмәне. Фирүзә башҡаса бәбәй тапманы. Хәтмулланын башҡа килендәре лә бәбәй алып ҡайтманы.

–Ярар, әсәһе, ҡыҙыбыҙ уҡып бөтөп, тормошҡа сыҡһа, ейәндәребеҙ булыр. Уларҙы үҫтерешербеҙ.

Баштағы ике йылын Фаягөл әйбәт кенә тамамланы. Өсөнсө йылында күпләп дәрес ҡалдырҙы. Һунғы йылда бөтөнләй уҡырға йөрөмәне.

Яны йылдан һун ауылға бала күтәреп ҡайтып төштө.

–Егетем минә өйләнмәне, – тине ул. – Ун көн элек кенә улым тыуҙы. Ҡайғынан һөтөм бөттө. Малай ас.

Фирүзә менән Шәфҡәт  баланын тамағын туйҙырып, йыуындырып таҙа әйбергә төрөп һалдылар.

–Унын бер документы ла юҡ. Бүлмәмдә тыуҙы. Табипҡа йөрөмәнем, – тип һөйләне ҡыҙҙары.

Ауыл фельдшеры Сания уларҙын һүҙен йыҡманы.  Баланы Фирүзә тапҡан, тип яҙып бирҙе. Малай Илһам исемле, Шәфҡәт  улы булды.
–Уҡыуынды бөтөр, – тине атаһы. – Бер генә йылын ҡалды. Бер йылға ҡуян тиреһе лә сыҙай.

Көҙгө яҡта ҡыҙ уҡыуын дауам итте. Унышлы ғына тамамлап, башка республикаға эшкә китте, ситтән тороп уҡырға ла инергә өлгөрҙө. Фирүзә менән Шәфҡәт  бала үҫтерҙе.

Ялға ҡайтҡан арала Фаягөл ата-әсәһенә кейәүгә сығырға йыйыныуы тураһында әйтте.

–Зинһар өсөн Илџамды минен энем, тип әйтегеҙ әле,  – тип үтенде. – Егетемден әсәһе бик уҫал. Балам барлығын белһә, тыныслыҡта ҡалдырмаҫ. Иремә ваҡыты  еткәс, үҙем әйтермен.

Туйҙы ҡоҙалар яғыда ғына байрам иттеләр. Ҡыҙҙын ата-әсәһе бүләк, аҡсаны ҡыҙғанманы. Кейәү менән ҡыҙ бик һирәк кенә төп йортҡа ҡайтҡыланы. Унда ла алаһы әйберҙәре булғанда, күпләп аҡса кәрәк булғанда ғына.

Ҡыҙынын холҡон Шәфҡәт  яратып бөтмәне. Бөтөн кәмселекте һуғышҡа һылтанылар. Имеш, ул атаһыҙ үҫте бит. Уғаэйәләшә алманы.

Сәбәптен ниҙә икәнен Сәлихә күп тапҡырҙар һөйләргә ынтылды, тик башлай алманы. Улынын һунғы өмөтөн өҙәһе килмәне. Нисә йылдар ут эсендә йөрөгән улын ҡыҙғанды. Серен үҙе менән алып китте.

Фаягөлдөн дә эсендә ҙур сере ғүмер буйы йәшәне. Математика уҡытыусыһы Шакир Ислам улына күҙе төштө унын. Тик уҡытыусы уға иғтибар итмәне. Хеҙмәттәше Лидия Ивановнаға өйләнде. Бер йылдан уларҙын улдары тыуҙы. Фаягөл шул сабыйҙы урлап алып ҡайтып ата-әсәһенә тотторҙо. Оҙаҡ күҙәтте ҡыҙ уларҙы. Сабыйы менән кибеткә сыҡҡан әсәне һаҡлап торҙо. Арбала йоҡлаған улын кибет алдында ҡалдырып инеп  китеүгә, баланы урланы. Яуапһыҙ  мөхәббәте өсөн шулай үс алды. Балаһы юғалғас, ир ҡатыны менән тормаҫ, тип уйланы. Тик ғаилә тарҡалманы. Улар ғүмерҙәре буйы юғалған улдарын эҙләне.

Фәнғиә НИЗАЕВА.

 

 

 

Автор:Айгуль Валеева
Читайте нас